Башҡортостанда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжмиҙең һәм Әнғәм Атнабаевтың юбилей даталарына арналған әҙәби конкурс иғлан ителде.
Бәйге проза һәм поэзия номинациялары буйынса уҙғарыла. Хикәйә, очерк, эссе, шиғырҙар ҡабул ителә. Быға тиклем конкурсҡа тәҡдим ителмәгән һәм әлегә бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр генә ҡарала. Эштәр псевдоним аҫтында баҫыла. Еңеүсене редакция журналистары, яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәренән торған махсус жюри билдәләй.
Бәйгене ойоштороусылар: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы һәм «Өмет» республика гәзите.
Төп бүләк — 50 мең һум, II бүләк — 30 мең һум, ике III бүләк — 20-шәр мең һум. Конкурс 1 февралдән 1 декабргә ҡәҙәр дауам итә. Тәтешле һәм Дүртөйлө райондары вәкилдәре махсус приздар әҙерләй.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ағымдағы йылдың 21 декабрендә Өфө «Нур» театрында уҙғарыла.
Конкурстың маҡсаты — Назар Нәжмиҙең һәм Әнғәм Атнабаевтың әҙәби-ижади мираҫын һаҡлау һәм пропагандалау, һәләтле әҙәбиәтселәрҙең ижади ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, йәштәрҙе туған телгә ылыҡтырыу.
Эштәрҙе электрон вариантта ебәрергә кәрәк. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Редакцияның адресы: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.