Ғәйнә ырыуы ерендә "Барҙа йыйын" байрамы йыл һайын үткәрелә. Сара ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан тарихи шәхес, улус старшинаһы, башҡорт депутаты һәм сәнәғәтсе Туҡтамыш Ишбулатовтың бюст алдына сәскә һалыу менән асылды. Ғәйнә ырыуының ҡор башы, Барҙа ауылының имам-хатибы Марат Музафаров ҡунаҡтарҙы ауылдың тарихы, иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы. Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы башҡорт тирмәһен ҡуйҙы.
Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау һүҙҙәрен уҡып еткерҙе. Шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы составында Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, Туймазынан Хаят һәм Альберт Исмаиловтар йыйында ҡатнашты.
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары үҙҙәренең сағыу сығыштары менән был сараға йәм өҫтәне.