16 ноябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған “Күп нәмә онотола, бындайы – бер ҡасан да!” тигән музыкаль-театрлаштырылған тамаша үтәсәк.
Сараның маҡсаты – Тыуған илебеҙҙең данлы үткәне тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм үҙ илең өсөн ғорурлыҡ, үҫеп килгән быуында ата-бабалар ҡаһарманлығына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Мауыҡтырғыс программа тамашасыны Рәсәй тарихындағы шанлы дәүергә күсерәсәк. Музыкаль-театрлаштырылған кисә ҡунаҡтары шулай уҡ XIX быуат башындағы ваҡиғалар тураһында белемен арттыра, илдең мәҙәни ҡиммәттәре менән таныша аласаҡ.
Программаға 1812 йылғы һуғыш тураһында йырҙар һәм марштар, филармония артистары башҡарыуында хәрби-патриотик бейеүҙәр һәм музыкаль композициялар ингән.
Алып барыусылар тамашасыларҙы хәрби йырҙарҙың тарихы менән таныштыра. Улар араһында – «Ҡаһым түрә», «Наполеон Бонапарт», «Ирәмәл», «Байыҡ», «Любизар», «Урал», «Боронғо һалдат маршы» һәм башҡалар.
Сара көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
«Пушкин картаһы» ғәмәлдә.