Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы

Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы

18 октябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә һәләтле йырсы, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Сүриә Ғималова өр-яңы концерт программаһы менән сығыш яһаны. Кисә  артистың ижади эшмәкәрлегенә 25 йыл тулыуға арналды.

«Өмөт» тип аталған сағыу концерт программаһында филармонияның алдынғы солистары һәм ижади төркөмдәре ҡатнашты. Сүриә Ғималова һәм башҡа артистар башҡарыуында башҡорт, рус, татар, мари, француз телдәрендә йырҙары яңғыраны. Йырҙар «Түңгәүер» бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
 
Был кистә Сүриә Әнүәр ҡыҙының ижади дуҫтары - Фәйрүзә Нуриева (Нефтекама филармонияһында оҙаҡ йылдар эшләгән), Өфөнән махсус ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар ҙа тамашасыларҙы үҙҙәренең сағыу сығыштары менән шатландырҙы.
 
Концерт программаһы дауамында залда йылы һәм күңелле мөхит хакимлыҡ итте, матур кәйефте алып барыусылар Розалия Иҙелбаева һәм Тамерлан Хәлитов булдырҙы. Бер тынла үткән ижади кисә тамашасыларға дәрт һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итте.
 
Сүриә Әнүәр ҡыҙы Ғималова 1968 йылдың 4 ноябрендә Силәбе өлкәһендә тыуған. 1988 йылда Силәбе мәҙәни-ағартыу училищеһының хор-дирижер бүлеген тамамлаған. Уҡыуын тамамлағас, Ҡонашаҡ районының Дружный ҡасабаһында клуб хеҙмәткәре булып эшләй. 1990 йылда Силәбе ҡалаһының "Металлург" мәҙәниәт йортоноң "Айгөл" халыҡ коллективына саҡырыла.
 
1994-1997 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиевта уҡый. 1997-2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. 2005 йылда "Гәлсәр һандуғас" телевизион конкурсында ҡатнаша, унда Надежда Кадышеваның репертуарынан "Широка река" йырының „Өмөт" тигән тәржемәһен башҡара.
 
Хәҙерге ваҡытта хеҙмәт эшмәкәрлеген Нефтекама дәүләт филармонияһында "Ҡәрҙәштәр" коллективында дауам итә. Сүриә Ғималова башҡорт йырҙарын ғына түгел, татар һәм рус композиторҙары йырҙарын, шулай уҡ романстарҙы, казак халыҡ һәм рус халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара.
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы
Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Сүриә Ғималованың ижад кисәһе уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb