Нефтекама дәүләт филармонияһы XXVI ижад миҙгелен ҡаршылай

Нефтекама дәүләт филармонияһы XXVI ижад миҙгелен ҡаршылай

Нефтекама дәүләт филармонияһында XXVI концерт миҙгелен асыу тантанаһы уҙҙы.

Ижади коллектив яратҡан тамашасылары өсөн сағыу, "Халыҡтар берҙәмлеге - Рәсәй көсө!" концерт программаһын әҙерләгән.

Сара ҡунаҡтарын филармония фойеһында Александр Перечнев етәкселегендәге халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ҡаршы алды.

Яҡты залда йылы мөхит хөкөм һөрҙө, ә тамашасыларҙың нурлы йылмайыуы артистар өсөн шатлыҡ һәм илһам сығанағы булды.

Тантаналы сара сиктәрендә Нефтекама дәүләт филармонияһының беренсе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдиновҡа иҫтәлекле экспозиция асылды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb