Нефтекама дәүләт филармонияһында «Иҫке йылды оҙатабыҙ йырлашып, бейеп кенә" исемле концерт үтте

Нефтекама дәүләт филармонияһында «Иҫке йылды оҙатабыҙ йырлашып, бейеп кенә" исемле концерт үтте

12 ғинуарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһының ҙур залында тамашасыларға «Иҫке йылды оҙатабыҙ йырлашып, бейеп кенә" исемле өр-яңы концерт программаһы тәҡдим ителде.

Был мауыҡтырғыс сарала мәҙәниәт усағының барлыҡ артистары һәм билдәле «Түңгәүер» бейеү ансамбле үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Ҡыҙыҡлы сценарий буйынса барған тамашала Яңы йыл темаһынан тыш, ғаиләгә, башҡорт теленә ҡағылған концерт номерҙары ла ситтә ҡалманы.

Тамашаның режиссеры - Редик Ғәниев, сценарий авторы - Рита Ҡарасурина. 

Нефтекама халҡы сығыш яһаған һәр артисҡа көслө алҡыштар бүләк итеп, саранан бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә таралышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb