Нефтекама дәүләт филармонияһында Сулпан Ғәфүрйәнованың концерты буласаҡ

Нефтекама дәүләт филармонияһында Сулпан Ғәфүрйәнованың концерты буласаҡ

7 апрель Нефтекама дәүләт филармонияһында халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты Сулпан Ғәфүрйәнованың «Тормош матурлығы» тип аталған концерты буласаҡ.

Ҡабатланмаҫ моңло йырсының профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күңелле, йыр-моңға бай программала Сулпан Ғәфүрйәнова һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында тамашасылар яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ, шулай уҡ сағыу тамашала данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре һәм талантлы музыканттар ҡатнаша.

- Йәшлек дәрте, заман һулышы менән һуғарылған тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! - тип саҡыра филармония коллективы. 

Кисә 19 сәғәттә башлана. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb