Нефтекама дәүләт филармонияһының миҙгел асыу кисәһендә Әминә Шафиҡова булды

Нефтекама дәүләт филармонияһының миҙгел асыу кисәһендә Әминә Шафиҡова булды

Ошо көндәрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһы 23-сө концерт миҙгелен «Көҙгө хистәр» исемле кисә менән башлап ебәрҙе. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова булды.

Көтөп алынған тамаша филармонияның музыканттары Иҙел Исҡужин, Азат Юлдыбаев, Ләйсән Усманова (ҡурай, думбыра һәм ҡыл-ҡубыҙ) башҡарыуында “Ҡурай моңо” исемле этник стилдәге композиция менән асылды. БР атҡыҙынған артистары Раян Алтыншин, Рифҡәт Ғәбделйәнов; Илгиз Миниәхмәтов, Иршат Ҡарасурин, Сулпан Ғәфүрйәнова, Сүриә Ғималова яңы концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

“Тәңгәүер” бейеү ансамбле «Вотчинники», «Берега реки Кама» бейеүҙәре,«Ҡоҙаса» исемле парлы бейеү премьераларын тәҡдим итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb