Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтовтың «Атайҙарҙың йырҙары» исемле концерты үтте. Программаға совет һәм ватан композиторҙарының әҫәрҙәре, төрлө быуын ватандаштарыбыҙҙың яратҡан йырҙары ингән.
«Совет халҡының нацизмға ҡаршы көрәштә ҡаһарманлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу – ҡот осҡос фажиғәнең ҡабатланыуын иҫкәртеү ул. 22 июнь – илебеҙҙең һәм халыҡтың бөйөклөгөн символлаштырған иҫтәлекле көн. Хәтер һәм ҡайғы көнө - һуғыштың бөтә михнәттәрен үткән һәм еңеүгә өлгәшкән атай-олатайҙарыбыҙ өсөн милли ғорурлығыбыҙ көнө. Был концертҡтың программаһына Рәсәйгә, уның героик тарихына һөйөү менән һуғарылған патриотик йырҙар һайланды», - тип билдәләне Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин.