Нефтекама үҙәк балалар китапханаһы Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөнә арналған саралар ойошторҙо

Нефтекама үҙәк балалар китапханаһы Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөнә арналған саралар ойошторҙо

Нефтекама үҙәк балалар китапханаһы Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөнә арналған саралар ойошторҙо.

Китапханала “Әйҙәгеҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайыҡ” исемле күргәҙмә әҙерләнде. Ул өс бүлектән тора. Балалар бүлегендә донъя халыҡтары әкиәттәре урынлашҡан. Халыҡтар дуҫлығы темаһына арналған бүлек Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө халыҡтары тураһында китаптар менән тулыланған. “Тыныслыҡ хаҡында” бүлеге - Тыуған ил өсөн көрәшкән кешеләр тураһында.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөндә ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә “Һәр баланың байрамға хоҡуғы бар!”исемле акция ойошторҙо. Уның сиктәрендә балалар байрам тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде, йомаҡтар систе һәм тыныслыҡ символы – күгәрсен һүрәтен алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb