13 февралдә Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншиндың юбилей кисәһе уҙҙы.
Ижад кисәһендә артист үҙенең йырлы-моңло үткән юлдарына байҡау яһаны. Залда ла, сәхнәлә лә юбилярҙың дуҫтары, яҡындары, ижадташтары йыйылған ине.
«Йырлап йәшәү – үҙе бер ғүмер» тип аталған сағыу концерт программаһында юбиляр башҡарыуында өр-яңы йырҙар һәм тамашасылар яратып тыңлаған билдәле, популяр хиттар, халыҡ йырҙары яңғыраны.
Раян Мырҙабай улын ҡотларға тип абруйлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин һәм юбилярҙың вокал буйынса педагогы,БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Джон Мусин – килгәйне.
Юбилей кисәһендә махсус саҡырылған ҡунаҡтар, билдәле йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлсөм Бикбулатова, Искәндәр Ғәзизов, Марс Ишморатов, республика йыр бәйгеләре лауреаты Зәбирә Әминева, шулай уҡ данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбле һәм филармонияның талантлы музыканттары ҡатнашты.
Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ күңелле ял минуттары бүләк итте.
Фото: Нефтекама дәүләт филармонияһының матбуған хеҙмәте.