Нефтекамала Илгиз Миңлеәхмәтовтың «Атайҙарыбыҙҙың йырҙары» исемле концерты үтә

Нефтекамала Илгиз Миңлеәхмәтовтың «Атайҙарыбыҙҙың йырҙары» исемле концерты үтә

4 майҙа Нефтекама дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илгиз Миңлеәхмәтовтың «Атайҙарыбыҙҙың йырҙары» исемле концерты үтә. Байрам программаһы Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына бағышланған.

- Концерт программаһына совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы тураһында, тыуған иленә, тыуған ергә, уның героик тарихына ысын һөйөү менән һуғарылған патриотик композициялар ингән. Программа тамашасыларға байрамдың илһөйәрлек мөхитенә сумырға, Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тойорға мөмкинлек бирәсәк, - тип һөйләне Илгиз Миңлеәхмәтов.

Тамашасылар совет  композиторҙарының әҫәрҙәрен, бөгөн өлкән быуын ғына түгел, йәштәр ҙә яратып йырлаған композицияларҙы ишетәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb