Ханты-Манси автономиялы округы - Лянтор ҡалаһында йәшәүселәр нефтселәр ҡалаһы хакимиәте ярҙамында йәмәғәт ойошмалары көсө менән үткәрелгән һабантуй ҡунаҡтары булды.
Һабантуй программаһында халыҡ байрамы өсөн традицион ярыш: уйындар һәм конкурстар, тоҡ менән һуғыш, көйәнтә менән йүгереү, таш ырғытыу, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү һәм йомортҡа һалып йүгереү бар ине. Иң яҡшы көрәшсегә бүләк - һарыҡ тәкәһе тапшырылды.
Концерт башҡорт һәм татар эстрадаһы, халыҡ һәм заманса йырҙар номерҙарынан төҙөлгән һәм бейеү программаһы менән тамамланды. Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһбалов һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рушан Биктимеров Лянтор һабантуйы ҡунаҡтарын үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырҙы.