Нияз Мәжитов исемендәге премия булдырыла

Нияз Мәжитов исемендәге премия булдырыла

Күптән түгел Ғафури районы Сәйетбаба ауылында танылған археолог, академик Нияз Мәжитовтың хәтер кисәһе үтте. Сарала ғалимдың замандаштары, яҡташтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, академиктың ҡыҙы Әлфиә Солтанова ҡатнашты. Быйыл Нияз Мәжитовтың тыуыуына 85 йыл тула. Ғалим Көньяҡ Уралда урта быуаттарҙағы үҙенсәлекте археологик ҡомартҡыларҙы таба һәм тикшерә, ул шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара.

Хәтер кисәһе алдынан ҡунаҡтар ғалимдың тыуған ауылы - Туҡайҙа булды, артабан Сәйетбабаға килде. Бында ауыл мәҙәниәт йортонда күргәҙмә ойошторолдо, Нияз Мәжитовтың шәжәрә ағасы тәҡдим ителде. Сәхнәлә ауыл һәүәҫкәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында концерт ҡуйылды. Ғалимдың исемен мәңгелләштереү

йәһәтенән уның исемендәге премия булдырырға тәҡдим ителде. 

Нияз Мәжитовтың хәтер кисәләре артабан Ғафури районының башҡа ауылдарында, Өфөлә дауам итәсәк. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb