Ноябрҙә «Өфө - Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе үтәсәк

Ноябрҙә «Өфө - Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе үтәсәк

Баш ҡалала ағымдағы йылдың  28-30 ноябрендә V «Өфө-Ладья. Арт. Кәсептәр. Сувенирҙар» күргәҙмә-фестивале уҙасаҡ. Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡҡан. Район хакимиәттәренә оҫталарға һәм халыҡ художество кәсептәре ойошмаларына сарала ҡатнашыуҙа булышлыҡ итергә кәңәш ителгән. Экспозиция ВДНХ-Экспо майҙансығында урынлашасаҡ. Баҫылған саралар планына ярашлы, күргәҙмә даирәләрендә фольклор фестивале һәм «Оҫта – алтын ҡулдар» бәйгеһе ойоштороу ҡаралған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb