«Нур» балалар театр студияһы сираттағы миҙгелен асты

«Нур» балалар театр студияһы сираттағы миҙгелен асты

Кисә, 15 сентябрь көнө, театрҙың ҙур залында «Нур» балалар театр студияһының IV ижад миҙгелен асыу тантанаһы уҙҙы. Барлыҡ йыйылған ҡунаҡтар өсөн сағыу байрам программаһы ойошторолған ине.

Балаларҙы, ата-әсәләрҙе театр директоры Фирҙәт Ғабидуллин сәләмләне һәм уңыштар теләне. Сараны «Нур» бейеү ансамбле башҡарыуында хореографик номерҙар биҙәне. Ансамблдең етәксеһе һәм студияның хореография буйынса педагогы Юлиә Тимербулатова балалар менән күңелле флешмоб үткәрҙе. Вокал буйынса педагог Рита Янһирова менән ҡунаҡтар “И туган тел, и матур тел” йырын бергәләп башҡарҙы. Байрам аҙағында ҡотлау һүҙе менән студияның етәксеһе Ленария Хаҗиева һәм актерлыҡ оҫталығы буйынса педагог Марат Хәсәнов сығыш яһаны.

Йырлап-бейеп, күтәренке кәйеф менән буласаҡ кескәй артистарыбыҙ ижад миҙгелен башланылар. Алда уларҙы ҡыҙыҡлы дәрестәр, репетициялар, сәхнәлә сығыштар көтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb