«Нур» татар театры юбилей миҙгелен легендар «Башмағым» спектакле менән тамамланы

«Нур» татар театры юбилей миҙгелен легендар «Башмағым» спектакле менән тамамланы

Өфө ҡалаһы ҡала округыОктябрь районы хаҡимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, 29 июнь көнө Өфөлә «Нур» татар театры юбилей миҙгелен легендар «Башмағым» спектакле менән тамамланы. Тажи Ғиззәттең либреттаһы буйынса Йәүҙәт Фәйзиҙең «Башмағым» спектакле тамашасы өсөн юбилей бүләгенә әйләнде.

«25 йыл элек «Нур» театры ошо спектакль менән үҙенең тәүге ижад миҙгелен асып ебәрҙе. Сирек быуат үткәс тә яратҡан классиканың ҡайтыуы көнүҙәк һәм заманса булып яңғыраны», — тип һөйләне театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Гөлнур Усманова.

Ошо спектакль менән театр «Театр яҙы -2017» республика фестивалендә ҡатнашты, унда төп ролде башҡарыусы Айрат Фатихов «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында лауреат булды. Ә спектакль үҙе һәм уның режиссеры Байрас Ибраһимов тәнҡитселәр коллегияһының махсус бүләге менән баһаланды.

«Нур» татар театры ғәҙәттәгесә июнь буйына үҙенең тамашасылары өсөн эшләй. Киске спектаклдәрҙән тыш ул балалар өсөн әкиәттәре ҡуя. Йөҙләгән йәш тамашасы йәйге каникулдар барышында театрҙа булды. 22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, башҡорт классигы Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» драмаһы күрһәтеләсәк.

«Айҙан ашыу артистар һынау постановкаһы өсөн яңы пьеса өҫтөндә эшләй, — тип хәбәр итте Гөлнур Усманова. — Материал ҡатмарлы һәм беҙҙең менталитетҡа ғәҙәти түгел. Немец драматургы Роланд Шиммельпфеннигтың «Үткән заман ҡатын-ҡыҙы» пьесаһы Рәсәйҙә бер нисә тапҡыр антреприз сәхнәләрендә генә ҡуйылды. Ҡаты ысынбарлыҡ тәрән психологизм менән нескә итеп үрелгән, абсурдҡа барып еткән детектив тарих». Премьераһы сентябрҙа, яңы 26-сы миҙгелдә була.

Театр коллективы гастролдәр йолаһын дауам итә. Май-июнь айҙарында артистар спектаклдәр менән республиканың Стәрлебаш, Дүртөйлө, Миәкә, Ғафури, Шишмә, Саҡмағош, Баҡалы райондарына барҙы. Благовещенск, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында сығыш яһаны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb