"Нур" театры премьераға әҙерләнә

"Нур" театры премьераға әҙерләнә

«Нур» театры XXIX ижад миҙгеленең киләһе премьераһына әҙерләнә. Тиҙҙән тамашасыларға Зифа Ҡадырова повесы буйынса “Фатима” драмаһы тәҡдим ителәсәк.

Спектаклде театрҙың баш режиссёры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин ҡуя. Инсценировка авторы - Гөлнур Усманова, рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, ҡуйыусы балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә Мөхәммәтшина.

Тормоштоң әсеһен татыһа ла, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, Фатима үҙенең намыҫына, мөхәббтенә тоғро ҡала. Был спектакь Ҡатын-ҡыҙҙарға мәһхиә формаһына әүерелә.  

Премьера 26, 27 һәм 28 мартта уҙасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb