"Нур" театры премьераға әҙерләнә

"Нур" театры премьераға әҙерләнә

Өфө "Нур" дәүләт татар театры Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса "Киң урамдар тар ине" музыкаль комедияһын әҙерләй башланы. Спектакль драматургтың 100 йыллығына бағышланған. Тамашаны режиссер Зиннур Сөләймәнов сәхнәгә ҡуя.

Рәссам - Полина Емельянова, костюмдар буйынса рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова. Композитор - Урал Мөхәмәтйәров. Хореограф - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәммәшина. Хормейстер - Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Афарим Аҡсурин. Йырҙар авторы - Ләйсән Яҡупова.

Спектаклдә танылған сәхнә оҫталары һәм театрҙың йәш актерҙары - Гөлназ Биктимерова, Эльвира Бигалиева, Илгизә Муллабаева, Айнур Баянов, Руслан Хисаметдинов, Вилдан Мисбахов, Айҙар Хөснөтдинов, Сулпан Раянова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Шәрәфетдинов һәм Эльмир Ғәзизуллин ҡатнаша.

Премьера 16 һәм 17 июндә була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb