"Нур" театры Рәдиф Тимершиндың хәтер кисәһенә саҡыра

"Нур" театры Рәдиф Тимершиндың хәтер кисәһенә саҡыра

14 апрелдә Өфө “Нур” дәүләт татар театрында шағир, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты Рәдиф Тимершиндың хәтер кисәһе үтәсәк.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы вәкилдәре, “Кызыл таң” гәзитенән хеҙмәттәштәре, шағирҙар һәм яҙыусылар Рәдиф Мәхмүт улы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашасаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев, Алмаз һәм Айҙар Юнысовтар башҡарыуында Рәдиф Тимершиндың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Фәтихованың башҡарыуында тамашасылар Рәдиф Тимершин яҙған сәхнә монологын тыңлаясаҡ. “Нур” театры артистары башҡарыуында шағирҙың бик күп шиғырҙары яңғырар.

Шиғриәт һәм театр һөйөүселәрҙе саҡырабыҙ! Инеү ирекле.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb