"Нур" театрында "Фатима" спектакленең премьераһы үтте

"Нур" театрында "Фатима" спектакленең премьераһы үтте

«Нур» театры үткән аҙнала "Фатима" спектакленең премьераһын тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Ул Зифа Ҡадырова повесы буйынса әҙерләнгән.

Спектаклде театрҙың баш режиссёры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин ҡуйҙы. Инсценировка авторы - Гөлнур Усманова, рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, ҡуйыусы балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмизә Мөхәммәтшина.

Тормоштоң әсеһен татыһа ла, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, үҙенең намыҫына, мөхәббәтенә тоғро ҡалған Фатимә исемле йәш ҡатындың яҙмышы тамашасыларҙы тетрәндерҙе. Күптәр күҙ йәштәрен тыя алманы. Был спектакь Ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙхиә формаһына әүерелә. Режиссер Азат Надир улы был эшен ҡатын-ҡыҙға гимн тип билдәләне.

Яңы спектакль 3 көн дауамында аншлаг менән үтте. Пресс-конференцияла ҡатнашыусы матбуғат хеҙмәткәрҙәре был тамаша менән "Нур" театры яңы этабын башлай тип билдәләне.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb