Баш режиссер Азат Йыһаншин, йыйылыусыларҙы сәләмләп, көтөлгән ҙур эш хаҡында һөйләне. Коллектив Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса репетицияларға тотона.
Матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тиҙҙән театрҙың яңы йөк автомобиле барлыҡҡа киләсәк. Был гастролдәрҙе ойоштороуҙы күпкә еңеләйтә. Бынан тыш, тиҙҙән яңы яҡтылыҡ һәм музыкаль аппаратура файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Миҙгел юбилейҙарға бай буласаҡ. Сентябрҙә «Нур» күренекле драматург Наил Ғәйетбаевтың 75 йыллыҡ юбилейына арналған декаданы «Бөтәһенә лә сик бар» спектакле менән аса һәм үҙенең сәхнәһендә декадала ҡатнашыусыларҙы - Туймазы татар дәүләт драма театрын һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрын ҡабул итә.