«Нур» театрында «Һуң килгән мөхәббәт» спектакленең премьераһы үтте

«Нур» театрында «Һуң килгән мөхәббәт» спектакленең премьераһы үтте

«Нур» Өфө дәүләт татар театрында Александр Островскийҙың «Һуң килгән мөхәббәт» спектакленең премьераһы үтте. 

«Нур» театры коллективы Осровскийҙың ижадына тәүгә генә мөрәжәғәт итмәй. 2009 йылда «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» әҫәре ҡуйыла. «Һуң килгән мөхәббәт» спектаклен сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Илдар Вәлиев сығара. Сәхнә әҫәрен музыкаль яҡтан да үҙе биҙәй. Пьесаны татарсаға Гөлнур Усманова тәржемә иткән.

Сәхнә биҙәлеше - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Нурия Ғабидуллина. Иҫ киткес матур костюмдар Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степановаетәкселегендә әҙерләнде. Сәхнә уты буйынсаа рәссам - Марина Нурмөхәммәтова.

Әҫәрҙә тормош-көнкүреш ваҡиғалары һәм мөхәббәт тарихы һүрәтләнә. Спекталде сәхнәгә сығарыу өсөн ай ярым ваҡыт талап ителгән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сағыу костюмдар тегелгән, декорациялар әҙерләнгән. Александр Островскийҙың «Һуң килгән мөхәббәт» спектакле классиктың 200-йыллыҡ юбилейына арналған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb