«Нур» театрының баш режиссеры итеп Азат Йыһаншин тәғәйенләнде

«Нур» театрының баш режиссеры итеп Азат Йыһаншин тәғәйенләнде

Бөгөн, 1 сентябрҙә, театр коллективының дөйөм йыйылышында Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссеры вазифаһына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншинды тәғәйенләү турында мәғлүм булды.

Йыһаншин Азат Надир улы 1971 йылдың 11 майында Баймаҡ ҡалаһында тыуа.

1994 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Мәҙәниәт министрлығы юлламаһы буйынса Е.Вахтангов ис. Дәүләт театры янындағы Б. Щукин ис. Театр институтының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый.

1995 йылдан - Башҡортостандың Милли йәштәр театры актеры.1998 йылдан - Башҡорт драма театры артисы. 2008 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйыусы режиссер булып эшләй. 2009 йылдан - баш режиссер, 2012 йылдан һуң театрҙың сәнғәт етәксеһе вазифаһын башҡара. 2014 йылда М. Кәрим ис. Милли йәштәр театры директоры булып ғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb