Өфө “Нур” татар дәүләт театрында яңы пьеса менән танышыу бара. 30-сы ижад миҙгеленең премьераһы буласаҡ Наил Ғәйетбай пьесаһы буйынса “Иректең дә сиге бар йәки йөрәктәр ярһыған ерҙә” драма өҫтөндә эш ҡайнай. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев.
Яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәше, мөхәббәт менән алданыу, мәкер һәм намыҫ, йәнәшәлә генә атлаған байлыҡ һәм хәйерселек – ниндәй генә темалар күтәрелмәй драмала.