Нуриман районы автоклубы төпкөл ауылдарға юллана

Нуриман районы автоклубы төпкөл ауылдарға юллана

Нуриман районының Үҙәкләштерелгән клуб системаһының «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алынған автоклубы "Мөғжизәләр бөтмәй!" концерты менән Урман һәм Сураш ауылдарында булды. Башҡарыусыларҙың оҫталығы, халыҡтың ихласлығы арҡаһында концерт ысын байрамға әүерелде.

Өйәңкеле һәм Сатлыҡ ауылдары халҡы славян халыҡтары байрамы – святкаға арналған тамашаны ҡараны. Художестволы үҙешмәкәрлек артистары тамашасылар өсөн, йыр-бейеүҙән тыш, уйындар ҙа әҙерләгәйне.

- «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә 2020 йылдың яҙында республикала тәүгеләрҙән булып күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәк алдыҡ. Нуриман районы өсөн был бик мөһим ваҡиға, сөнки беҙҙең биләмәлә 54 ауыл иҫәпләнә, күбеһендә мәҙәниәт йорто юҡ. Хәҙер алыҫ ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ был ғәжәйеп сәхнәлә үҙешмәкәр артистар ойошторған матур концерттарҙы ҡарай ала, - ти Нуриман үҙәкләштерелгән клуб системаһының әйҙәүсе методисы Седа Григорян.

Автоклубтар – район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ауылдарға барып етеү өсөн эшләнгән сәхнәле, махсус аппаратуралы ҡиммәтле мәҙәни үҙәктәр. Улар ярҙамында концерт, фестиваль уҙғарырға йәки кино ҡарарға мөмкин.

Автоклубтар 2019 йылда Рәсәй төбәктәрендә «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килә башланы. Йыл һайын илдең төбәктәренә 100-гә яҡын автоклуб оҙатыла. Бөгөн Рәсәй буйлап «КамАЗ», «ГАЗон Сауд» һәм «Газель» шассийы нигеҙендә эшләнгән 300 самаһы автомобиль йөрөй.

Милли проект буйынса бөтәһе 600 автоклуб һатып алынған, ә 2024 йылдың аҙағына тиклем улар менән илдең барлыҡ муниципаль райондары тәьмин ителәсәк.

Нуриман районы автоклубы төпкөл ауылдарға юллана
Нуриман районы автоклубы төпкөл ауылдарға юллана
Нуриман районы автоклубы төпкөл ауылдарға юллана

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb