"Нур"ҙың нурлы миҙгелдәре

"Нур"ҙың нурлы миҙгелдәре

Теүәл 25 йыл элек дәүләт статусы алған йәш "Нур" татар театры декабрь айында үҙенең беренсе ижад миҙгелен асырға йыйына.
 Шул көндән башлап күпме береһенән-береһе матур сәхнә әҫәре ҡуйылған, улар аша тамашасы күңеленә рухи аҙыҡ, матурлыҡ, изгелек, яҡтылыҡ нурҙары һалынған. Күпме миҙгелдәр тарих биттәрендә һырланып ҡалған.  Бөгөн башҡалабыҙҙың уртаһында үҙенең мәғрүр бинаһы, сағыу сәхнә оҫталары, үҙ һүҙе, үҙ йөҙө булған, яратҡан тамашасыһы өсөн һәр көн сәхнә уттарын ҡабыҙған театр коллективы үҙенең юбилей көндәрен билдәләй.
Шул уңайҙан 15 декабрҙә барлыҡ сәнғәт һөйөүселәрҙе, тоғро дуҫтарын, йәшен һәм ҡартын - һәммәһен "НУР"ҙың нурлы миҙгелдәре!" тип исемләнгән тантаналы юбилей кисәһенә саҡыра. Рәхим итегеҙ! Байрамыбыҙ уртаҡ булһын! "Нур" татар дәүләт театры

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb