Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
«Нәркәс»кә яңы һулыш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 22 ноябрь 2016
«Нәркәс»кә яңы һулыш
Театр тарихында быға оҡшаш ваҡиғалар осрап тора, был күренеш, бигерәк тә классик һәм художество йәһәтенән ваҡыт һынауын үткән, заманалар үҙгәреү менән актуаллеген юғалтмаған пьесалар буйынса спектаклдәр яҙмышына бәйле: тиҫтә йылдар өҙлөкһөҙ сәхнәлә барып та, темаһы, идеяһы, тәрбиәүи йәһәттән репертуарҙа артабан да ҡалыуына ихтыяж ҙур икән, был спектакль башҡарыусылары алыштырылып (сер түгел, быуындар алмашынып тора), күп ҡулланыуҙан таушалған сәхнә йыһаздары яңыртылып, уға яңы һулыш өҫтәлә.
Илшат Йомағоловтың мәшһүр «Нәркәс» трагедияһы буйынса режиссер Илдар Ғиләжев ҡуйған (композиторы - Урал Иҙелбаев) мелоромантик трагедияһы 2001 йылдың аҙағында сәхнә күргәйне. 15 йыл дауамында спектаклде меңәрләгән тамашасы ҡарап илһам алған, «Нәркәс» төрлө Халыҡ – ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Әммә был аҫыл әҫәрҙе сәхнәлә күрергә теләүселәр һис кәмемәй.
Хәйер, үҙе лә ошо сәхнәлә ижад иткән күренекле сәхнә оҫтаһы, драматург Илшат Йомағоловтың милли әҙәбиәттә трагедия жанрындағы иң билдәле пьесаһы буйынса спектакль, сәхнәбеҙ биҙәге булып, артабан да йәшәргә тейеш.
Тамашасылар «Нәркәс»те яңыртылған вариантта киләһе йылдың февраль айында күрәсәк. Нәркәс - Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Гөлназ Хайсарова, Тимерхан – Руслан Хайсаров, Артур Кәбиров. Башҡа ролдәрҙә лә һиҙелерлек үҙгәрештәр бар, Мәҫәлән, Зөмрәтте өс актриса – Суфия Ҡорбанғәлиева, Тәнзилә Хисамова, Айһылыу Йомағолова башҡарасаҡ.
Сығанаҡ: М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сайты
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө