18 майҙа Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә БР-ҙың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллинаның «Ҡырҡ сырағым» әҙәби-музыкаль кисәһе үтә. Сара спектаклдең композиторы – БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхиндың яҡты иҫтәлегенә арнала: тап шул көндә уға 49 йәш тулған булыр ине.
Был бер кешелек тамаша нәфис һүҙ аша ҡатын-ҡыҙ күңеленең тәрәнлеген, йомартлылығын, матурлығын һәм күп яҡлылығын, уның хис-тойғоларын, кисерештәрен һәм хыялдарын еткерә. Нәсимә Ғиззәтуллина тамашасылар менән иң яҡты хистәрен уртаҡлаша, ҡатын-ҡыҙ кәйефенең төрлөлөгө тураһында һөйләй.
Сара башланыуға бер сәғәт ҡалғас, киске 6-ла, вестибюлдә "Асыҡ микрофон" акцияһы ойошторола, ул теләге булған һәр кемгә Илшат Яхин тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә.
Спектакль киске 7-лә башлана.
Сценарий авторы — Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова.