“Оҙон көй” төбәк-ара конкурсының йомғаҡтары

“Оҙон көй” төбәк-ара конкурсының йомғаҡтары
Башҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙәр башҡарыу – йыр оҫталығының иң юғары нөктәһе.

9-11 ноябрҙә Туймазы ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" төбәк-ара конкурсы үтте. Бәйгенең маҡсаты — талантлы йырсыларҙы асыҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау.

Сараны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте ойошторҙо.
Туймазыла «Оҙон көй» йыр байрамын үткәреү тәжрибәһенең тарихы бай. Киләһе йылда "Оҙон көй"гә егерме йыл тула. Үткән осорҙа унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән дүрт йәштән алып 88 йәшкәсә меңгә яҡын башҡарыусы ҡатнашҡан.
Бәйге йылдан-йыл популярлыҡ яулай килде. Бер йылдан һуң ул зона кимәленә сыҡты, конкурс географияһы киңәйгәндән киңәйҙе. Һәр бәйгелә лә Өфө, Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан, Туймазы, Благовар, Баҡалы, Бүздәк, Йәрмәкәй, Шаран райондарынан, Татарстандың һәм Ырымбур өлкәһенән оҙон көй һуҙыусылар ҡатнаша килә.

2001 йылда “Оҙон көй” гә төбәк конкурсы статусы бирелә. 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу уңайынан ойошторолған бәйгелә илдең һигеҙ төбәгенән 170 башҡарыусы, шул иҫәптән республиканың 47 ҡала һәм райондары вәкилдәре ҡатнаша.

Юғары ойоштороу кимәле менән айырылып торған быйылғы конкурста 70-кә яҡын вокалист үҙ көсөн һынап ҡараны, Башҡортостандың 20 ҡала-райондарынан, шулай уҡ Татарстан, Саратов һәм Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербургтан, Ҡаҙаҡстандан ҡатнашыусылар булды. Утыҙға яҡын ҡатнашыусы конкурстың дипломанттары исеменә лайыҡ булдылар, махсус бүләктәр ҙә тапшырылды.



Өс көн дауамында барған фестивалдең еңеүселәрен билдәләү жюри ағзаларына бер ҙә еңелдән булмағандыр. Фестивалдең баһалама ағзалары: Нажиә Аллаярова, Юлай Ғәйнетдинов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Азамат Тимеров, Миләүшә Иҙрисова, Рамзин Әбсәләмов, Ғәлиә Солтанова иң оҫта башҡарыусыларҙы һайлап еңеүселәрҙә билдәләне.

Ниһайәт, оҙайлы һынауҙар аша үтеп, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй-2016" бәйгеһенең иң оҫта йырсыһы исеме, Гран-при Юнир Һағынбаевҡа тапшырылды. Төп призды Туймазы районының хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов тапшырҙы.

Халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәре бөгөн дә йәшәй, киләсәктә лә сәхнә түрҙәренән боронғо йырҙар яңғырауы туҡтамаһын.

Башҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙәр мәңге яңғырар һәм дә онотолмаҫ.


Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb