Ауыл клубы йәшәй әле

Ауыл клубы йәшәй әле

Миәкә районында эшләп килгән “Ветеран” клубының 30 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур концерт булды. Тамашаны алып барыусы Зөһрә Гатич коллективтың эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, уңыштарҙы билдә­ләне, ҡыйынлыҡтарҙы иҫкә алды. Һуңғы арала ғына “Еңеү салюты”, “XXI быуат”, “Яратам мин һине, тормош” республика фестивал­дәрен­дә призлы урындар яула­ған­дар икән. Ҡазан, Өфө, Ок­тябрь­ский ҡалалары, республика райондары тамашасылары яҡташтарыбыҙҙың сығышын яратып ҡараған.
Өс тиҫтә йыл эсендә меңгә яҡын концерт ҡуйғандар, хорҙа 50-нән ашыу йыр башҡарғандар.
Ветерандар район мәҙәниәт йортоноң драма коллективы эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Ю. Әминевтең “Яҙылмаған закондар”, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Ф. Бү­ләковтың “Әбейҙәргә ни ет­мәй?”, Т. Миңнуллиндың “Икебеҙ ҙә әйләнәбеҙ” пьесаларын сәхнә­ләш­тергәндәр. Былтыр республика “Алтын тирмә” фестивалендә Миәкә башҡорт халыҡ театры Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах менән” пьесаһын ҡуйып (режиссеры – Зәй­түнә Шириязданова), беренсе урынды яулаған. Коллективта иһә кем генә юҡ – элекке етәкселәр, төрлө өлкә белгестәре, эшселәр, крәҫ­тиәндәр, өлкән йәштәгеләр һәм яңы ғына хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Клубты иһә Еңеү яулап ҡайтҡан яугирҙәр, емерек хужалыҡтарҙы тергеҙеүселәр, хеҙмәт батырҙары ойошторған булған.
– Бөгөн клубта икенсе быуын – һуғыш балалары, уларҙың туған­дары, – тип һүҙен дауам итте Зөһрә Гатич. – Әлеге артистар бала саҡта михнәтле һәм ғазаплы тормош, аслыҡ, яланғаслыҡ, фәҡирлек күр­гән, улар – ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡороноң аһ-зарын, моң-йырын, таҡмаҡтарын ишетеп, йәштәрҙең сихри киске уйындары уртаһында ҡайнап, халыҡ ауазы гәүһәрҙәрен тыңлап үҫкән кешеләр.
Нәфис һүҙ оҫтаһы Зөһрә Әбел­мәғитйән ҡыҙы был фекерҙе раҫлап, моң эйәһе Илүсә Минһажеваның тормошо һәм сәнғәт юлы тураһында һөйләгәндә, тамашасыларҙың күҙе йәшләнде.
Һуңынан халыҡтың ихтирамын яулаған актер, ҡурайсы, шағир, район эске эштәр бүлегенең элекке етәксеһе Баязит Ильясов “Үҙ күҙ­ҙәрем менән күрҙем” исемле шиғы­рын уҡыны. Бер аҙҙан сәхнәгә һоҡ­ланғыс, матур, милли биҙәкле йәш­келт-зәңгәрһыу костюмда урта йәш­тәрҙәге 36 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ (хормейстер – Гөлнара Ғәлиева) күтә­релде. Тамашасы уларҙы үҙ йәше­нән күпкә йәш итеп күрә. Шат, асыҡ йөҙлөләр, килеш-килбәттәре лә йәштәрсә. Күҙҙәрендә ут һәм ялҡын балҡый, ҡараштары өтөп ала. Ҡай­нап торған тормош, сәнғәт мәшәҡәт­тәре уларға ҡартайырға форсат бирмәйҙер, күрәһең. Тамашасы ла үҙҙәрен көслө алҡыштар менән аяғүрә баҫып хөрмәтләй.
Артабан күренекле йырсыбыҙ Илүсә Минһажеваның атаһы фронттан яҙған хаттарҙан өҙөктәр уҡылды. Үҙ сиратында Илүсә “Атайымдың хаттары”, “Мин бәхетһеҙ түгел” йыр­ҙарын башҡарҙы. Йәнә 14 кешенән торған йыр ансамбле “Китмәйем әле йәшлегемдән”, “Йәшлегем һа­ғыштары” йырҙары менән залды шатландырып хисләндерҙе, күптәр­ҙе йәшлектәрен хәтерләргә мәжбүр итте.
Ветеран артистарҙы һәм тама­шасыларҙы юбилей уңайынан тәб­рикләргә килгән балалар ансамбле “Йәш бөркөттәр” бейеүен башҡарып, башҡорт ерҙәрен дошмандарҙан һаҡларға яуға күтәрелгән, көсө ташып торған ир-егеттәрҙе кәүҙәлән­дерҙе. Үҫмерҙәр өр-яңы күркәм милли кейемдә, хәрәкәттәре етеҙ, ышаныслы, ҡараштарында Ватан өсөн яуаплылыҡ, ғорурлыҡ сағыла. Оҙаҡ алҡышланылар уларҙы.
Сәнғәтте яратыусылар клуб эшен­дә әүҙем ҡатнаша, һәләттәрен һынай, тамашасының иғтибарын, ихтирамын яулай. Был инде үҙенсә конкурс нигеҙендә ҡабул итеү имтиханы. Бөгөнгө тырыш, һәләтле, ижади коллектив йылдар дауамында тупланған. Ауыл клубы шулай дәртләнеп ижад итә.

Сығанаҡ: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/24945-auyl-kluby-yshy-le.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb