Ошо көндәрҙә республиканың Хәрби Дан музейында Ватан геройҙары көнө уңайынан “Рәсәй геройҙары. Беҙҙең заман геройҙары” исемле китаптың исем туйы үтте. Бер юлы шул ҡәҙәре хәрбиҙе, атап әйткәндә, офицерҙарҙы күрермен тип уйламағайным. Араларында кем генә юҡ – Рәсәй Федерацияһы Геройҙары – генерал-майор Риф Сәхәбетдинов, полковник Владимир Алимов, полковник Рафиҡ Ихсанов, майор Венер Мөхәмәтгәрәев, шулай уҡ Федераль именлек хеҙмәте генерал-майоры Рауил Кирәев, Үҙәк хәрби округының генерал-майоры Владимир Трофимов һәм башҡалар. Уларға алмашҡа үҫеп килгән курсанттар ҙа саранан ситтә ҡалмаған, араларында хатта ҡыҙҙар ҙа күренә. Әйткәндәй, китап туйына һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән яҡташтарыбыҙ Артур Ҡорбанғәлиевтең әсәһе Зөлфиә Ҡорбанғәлиева менән Фәрүәт Яҡуповтың туғаны Фәрзәнә Ғибәҙуллина ла саҡырылған. Китап иһә Президентыбыҙ Владимир Путиндың “Илдең батырҙары булырға тейеш һәм кешеләр уларҙы иҫләргә бурыслы” тигән һүҙҙәре менән асыла. Артабан Башҡортостандан сыҡҡан геройҙарҙың исемлеге бирелгән, батырҙарса һәләк булған һәм әлеге мәлдә иҫән-һау йәшәп ятҡан Герой-яҡташтарыбыҙ тураһында һүҙ әйтелгән. Китапты Башҡортостандың Диңгеҙселәр йыйыны рәсми йәмәғәт ойошмаһы сығарған. Ул бушлай таратыласаҡ. Сығанаҡ: “Башҡортостан” гәзите, Денис Ғилманов