Матур эҙ ҡалдырҙы Бөрйәндә

Матур эҙ ҡалдырҙы Бөрйәндә

 Бөрйән районының “Таң” гәзитендә быйылғы йылдың 18 октябрендә сыҡҡан һанында “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директоры М. Косаревтың элекке Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы начальнигы, унан оҙаҡ йылдар ҡурсаулыҡ директоры, умарта, солоҡ буйынса тәжрибә участкаһы директоры булып эшләгән Евгений Михайлович Петровтың баҡыйлыҡҡа күсеүе тураһында хәбәре баҫылып сыҡҡайны. Был минең өсөн бик көтөлмәгән яңылыҡ булды. сөнки бер аҙна самаһы элек кенә мин уның менән телефондан һөйләшеп, хәлен белешкәйнем. “Хәлем хөрт. Пермь ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙым менән кейәүем, беҙгә килеп йәшә, яңғыҙыңа ҡыйын бит, тиҙәр. Ә минең тыуып-үҫкән төйәгемде, ғүмерем буйы яратып эшләгән, ижад иткән еремде ташлап бер ергә лә йөрөгөм килмәй”, тигәйне ул.

Эйе, үлем мәлен дә, ваҡытын да һорап тормай, күҙ асып йомғансы әҙәм балаһының яҙмышын хәл итеп тә ҡуя. Е. Петровтың исеме районда йәшәүсе оло быуын кешеләренә яҡшы ғына таныш. Күптәр уны күреп-һөйләшеп йөрөнө һәм бөгөн яҡшы яҡтан ғына иҫкә алаларҙыр. Ул минең өсөн, ғаиләм өсөн бик тә яҡын кеше булды.

Ҡурсаулыҡтың Ағиҙел буйы филиалы 1958 йылда ойошторола. Уның маҡсаты – Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһындағы Мәҡсүт, Үрге Нөгөш, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендәге ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы – солоҡ ҡорттарын һәм ағастарын һаҡлап алып ҡалыу, уларҙы өйрәнеү һәм үрсетеү. Был ҡомартҡылар ысынлап та яҡллауға һәм һаҡлауға мохтаж ине. Ошоларҙы иҫәпкә алып, республиканың ауыл хужалығы министрлығы был яуаплы эшкә белемле кадрҙар тәғәйенләү тураһында ҡарар итә. Солоҡ буйынса эштәргә яуаплылыҡ ғилми хеҙмтәкәрҙәр Е. Петров меннән Г. Чиглинцевҡа йөкмәтелә. Улар ең һыҙғанып эш башлай. Улар башта ҡурсаулыҡтың һарғая ауылында урынлашҡан контораһына киләләр. Унда ҡағыҙ эштәрен тамамлағас, Үҙән йылғаһы буйлап Иҫке Собханғолға тиклем кәмәлә ағырға булалар. Үҙән йылғаһы буйлап имен-ама ғына төшәләр. Үҙән тамағында үҙҙәрен нимә көткәнен белмәйҙәр әле. Был турала “Таң” гәзитенең 2004 йылда 17 ғинуарҙа сыҡҡан һанында мәғлүмәт булды. Мәҡәлә “Беҙ беренселәр булдыҡ” тип атала.

Йылға буйлап ағыусыларҙың кәмәләре түңкәрелә. Г. Чиглинцев бер ағас ботағына йәбешеп ҡотолоп ҡалыуы, Ағиҙелдең көслө ағымында ағып китеүе хаҡында бәйән итә. Ҡыуғынсыларҙы күреп ҡалып, ҡотҡарығыҙ, тип ҡысҡыра бәләгә тарыусы. Артынан кәмә менән ҡыуып етеп, бер йәш егет уны ҡотҡарып ҡала. Был егет Яңы Мөсәт ауылында йәшәүсе Зәки Моратшин була.

Ошо бәхетһеҙлектән ҡотолғас, белгестәр райондың мәрхәмәтле кешеләре ярҙамы менән Шүлгән мәмерйәһенә барып етәләр. Биләмәлә ҡортсолоҡ буйынса бер ниндәй ҙә эш башҡарылмаған була. 22 гектар биләмә 4 өлөшкә бүленеп, 4 урман һаҡсыһы, 2 урман технигы хеҙмәтләндерә. Йәш белгестәр муйындан эшкә сумдылар. Эште биләмәләге ата-бабаларҙан ҡалып, файҙаланылмай ултырған солоҡтарҙың иҫәбен алыуҙан башланылар. Бының өсөн Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй, Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауылдарынан тәжрибәле солоҡсоларҙы эшкә алдылар. Улар күс ҡундырыу өсөн солоҡтар таҙарттылар, ремонтланылар. Солоҡтарға күстәр ҡуна башланы. Бынан тыш, үрҙә телгә алынған ауылдарҙағы кешеләрҙең күсле солоҡтарын һатып алыу ҙа ойошторолдо. Был эштәр менән Е. Петров етәкселек итте.

Солоҡтарҙа күс айырылған ваҡытта солоҡсолар айырған күсте һағалап урманда йоҡлап йөрөнө. Буш ҡул менән ҡайтмай инек. Алып ҡайтҡан күстәрҙе таҡта умарталарға бикләнек. Шулай итеп, филиал биләмәһендә умартасылыҡ төҙөлдө. Е. Петров арыу-талыуҙы белмәне. Күп ваҡыт кәрәкле документтарын, аҙыҡ-түлеген арҡаһындағы бишиәренә һалып, йәйәүләп ауылдан ауылға йөрөп, оло быуын солоҡсолар менән күрешеп-һөйләште. Шул рәүешле тәжрибә тупланы, солоҡсолоҡ нескәлектәрен, серҙәрен өйрәнде. Ололарҙы фотоға ла төшөрөп ала торғайны. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ эштәрен дә алып барҙы. Һарғаянан буш ултырған иҫке өйҙәрҙе Үҙән йылғаһы буйлап ағыҙып төшөрөп, өс ҡортсолоҡҡа ла йәшәрлек өйҙәр, умартамылыҡ ҡорамалдары өсөн келәт төҙөүҙе лә ойошторҙо. Таҡта умарталарға ҡышлау өсөн ҡорт баҙҙары ла эшләнде.

Е. М. Петров 1962 йылда ҡурсаулыҡ директоры итеп үрләтелде. 1970 йылға тиклем шул вазифала эшләне. Солоҡ күстәрен өйрәнеүҙе лә онотманы. Ошо оҙайлы эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә мул тәжрибә туплай. 1970 йылда солоҡсоларға файҙалы кәңәштәре һәм тәҡдимдәре менән Башҡортостан китап нәшриәтендә “Башкирская бортевая пчела” тигән китабы донъя күрҙе. Был китап өҫтөмөлөр менән тағы ла ике тапҡыр нәшер ителде. Е. Петров 2004 йылда “Об истоках лесного пчеловодства Башкортостана”, 2009 йылда “”Об истоках лесного пчеловодства” һәм 2014 йылда “История башкирского пчеловодства” тигән китаптары баҫылды. Был китаптарҙа Башҡортостан ҡортсолары өсөн генә түгел, бөтә Рәсәй ҡортсолары өсөн дә фәһемле һәм файҙалы кәңәштәр бирелә.  Китаптарҙа шулай уҡ ул үҙенең уй-хыялдары менән дә уртаҡлаша. Киләсәктә башҡрт ҡорттары менән нисек эш итергә, республика ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса ниндәй закондар ҡабул итергә тейеш, Бөрйән районында солоҡтарҙа һаҡланыусы ҡырағай солоҡ ҡорттарын һаҡлау һәм үрсетеү проблемаларын да күтәрә автор.

Е. Петров беҙҙән киткәс оҙаҡ йылдар Иглин районының Оло Теләк станцияһында ҡортсолоҡ совхозы директоры булып эшләне. Ул Бөйөк Ватан һәм хеҙмәт ветераны.  90-сы йәше менән бара ине. Ләикн ағымдағы йылдың 17 октябрендә ул яҡты донъя менән хушлашты. Һуңғы ваҡытта ул юғары ҡан баҫымы менән ныҡ яфаланды. Үҙе эшләгән һәм йәшәгән ерҙә – Оло Теләктә ерләнде. 2001 йылда ҡатыны вафат булғас, ул һуңғы көнөнә тиклем яңғыҙ йәшәне. Бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Улы әлеге ваҡыта Өфөлә, ҡыҙы Пермь ҡалаһында йәшәй.

Е. Петров ябай, кеше менән аралашыусан, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта талапсан булды. Ул 1960 йылда килеп эш башлаған Бөрйәнен бер ваҡытта ла онотманы. Беҙ һәр саҡ бәйләнештә булдыҡ. Оло быуын солоҡсолары, ғаиләләре, улдары солоҡ менән булышамы икәнлеге хаҡында һораша ине.

Е.М. Петровтың “Башкирская бортевая пчела” тигән китабын “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы солоҡсолары һәм республикабыҙҙың башҡа райондарында йәшәүсе солоҡсолар юғары баһаланылар һәм киң файҙаланалар. Башҡорт балының сит илдәрҙә лә дан яулауында Е. Петровтың да өлөшө барҙыр тип уйлайым. Евгений Михайлович Петров ихтирамға лайыҡ шәхес булды. Һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел булһын.

  Сығанаҡ: https://tanburzyan.jimdo.com/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb