Октябрьский ҡалаһында «Распахнись, душа казачья!» III төбәк-ара фестивале үтә

Октябрьский ҡалаһында «Распахнись, душа казачья!» III төбәк-ара фестивале үтә

Ағымдағы йылдың 23-24 июнь көндәре Октябрьский ҡалаһында «Распахнись, душа казачья!» III төбәк-ара казак мәҙәниәте фестивале үтә. Йылдан-йыл бәйгенең географияһы киңәйә, популярлаша бара, ҡатнашыусылар һаны ла бермә-бер арта. Быйылғы фестивалдә Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә 300-гә яҡын конкурсанттың ҡатнашыуы көтөлә.

Сараны ойоштороусы-Октябрьск ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән  хәбәр итеүҙәренсә, фестиваль  республика халыҡтарының мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға, казак йолаларын һәм мәҙәниәтен тергеҙеүгә һәм нығытыуға, иң яҡшы үҙешмәкәр коллективтарының башҡарыу оҫталығы тәжрибәһен таратыуға, төбәк-ара ижади бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек булдырыу маҡсаттарын үҙ эсенә алған.

Казак мәҙәниәте фестиваленең  конкурс программаһы бай төҙөлгән. Фестиваль сиктәрендә төрлө йыр-бейеү, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән танышырға мөмкин буласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb