Октябрьскиҙә Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы уҙасаҡ

Октябрьскиҙә Ғата Сөләймәнов исемендәге Ҡурай байрамы уҙасаҡ

21 – 22 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы үтәсәк. Унда үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар һәм ансамблдәр ҡатнашасаҡ.

Бәйгеселәр өс төркөмдә көс һынашасаҡ. 12 йәшкә тиклем һәм 12 – 16 йәштәрҙәге балалар бер турҙа ярыша. Улар ике музыкаль әҫәр – оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй (бейеү көйө йә марш) уйнап күрһәтәсәк.

16 йәштән өлкән яңғыҙ башҡарыусылар ике турҙа һынау тотасаҡ. Үҙешмәкәр артистар үҙҙәре һайлаған дүрт көйҙө уйнаясаҡ. Урта йәки юғары һөнәри белеме булған профессиональ ҡурайсылар  шулай уҡ билет буйынса оҙон көйҙө башҡарырға тейеш. Билеттарҙа 100 төрлө көй яҙылған, араларында «Ашкаҙар», «Һандуғас», «Сибай», «Буранбай», «Томан» һәм башҡалар бар.

Ансамблдәр бер турҙа, йәш буйынса ике төрлө категорияла ярышасаҡ.

Ҡурай байрамында ижади лаборатория ойоштороласаҡ, еңеүселәр һәм байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында йомғаҡлау тамашаһы уҙасаҡ.

Сараның маҡсаты – миллу уйын ҡоралы ҡурайҙы киң танытыу, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, ғаиләләрҙең ижадҡа ынтылышын ҡеүәтләү, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар нигеҙендә быуындар бәйләнешен нығытыу.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb