Көйөргәҙе районының “Юшатыр” гәзите хәбәр итеүенсә, күптән түгел Мәләүез ҡалаһында 2020 йылда республикабыҙҙа Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек маҡсатында семинар үтте.
Унда Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ишембай, Ейәнсура, Хәйбулла, Стәрлебаш һәм Мәләүез райондарынан 70-тән артыҡ кеше ҡатнашты. Беҙҙең райондан Аҡһарынан Луиза Собханғолова, Ғәлиә Мифтахова, Ялсыҡайҙан Хәлимә Аҡсурина, Илкәнәйҙән Рина Әхтәмова, Яҡшымбәттән Гөлфиә Исхаҡова, Яңы Таймаҫтан Альбина Килмәтова һәм район музейы директоры Гөлнур Ғөбәйҙуллиналар барҙы.
Кәңәшмә программаһында этномузыка, халыҡ костюмдары менән таныштырыу, уҡ-һаҙаҡтан атыу кеүек мастер кластар күрһәтелде.
Кәңәшмәне асып “РФ-ла башҡорт халыҡ костюмдары” проекты, “Селтәр” башҡорт халыҡ костюмдары студияһы етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина башҡорт халыҡ костюмдары хаҡында һөйләне. Милли кейемдәрҙе тегеү буйынса белгес Гүзәл Мостафина менән улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең милли кеймдәрен әҙерләү буйынса практик эш күрһәтте, тарихы менән дә таныштырҙылар.
Республканың халыҡ ижады үҙәгенең йола уйындары буйынса белгесе Юлай Ғәлиуллин, башҡорттарҙың һуғышта ҡатнашҡан тарихы тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләгәндән һуң, уҡ-һаҙаҡтан атыу ҡағиҙәләрен дә күрһәтте.
Этно-музыка буйынса БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре Юлай Үҙәнбаев менән Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Гүзәл Үмәрғәлинаның мастер кластары ла ҡыҙыҡлы үтте.