Кисә, Республика көнөнә бағышланған саралар сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы.
БАССР-ҙың халыҡ һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исем. дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С.Станиславский исем. Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Ханов Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.
Олег Закир улын награда менән ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, яңынан-яңы ролдәр теләйбеҙ!