Олег Ханов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде!

Олег Ханов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде!
10 ноябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, “Антигона” (Ж.Ануй) спектакленән һуң, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, режиссер, педагог, театрҙың художество етәксеһе Олег Закир улы Хановты юбилейы уңайынан тәбрикләнеләр.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урын¬баҫары Салауат Сәғитов, юбилярға республика башлығы Рөстәм Хәми¬тов¬тың ҡотлау һүҙҙә¬рен еткерҙе һәм сәнғәт өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Олег Закир улын республикабыҙҙың юғары дәүләт наградаһы - Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов та юбилярға иң изге теләктәрен еткерҙе, сәнғәткә тоғролоғон, ижади ҡаҙаныштарын юғары баһалап, Олег Хановҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы.

Был көндө юбилярҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитов ҡотланы, ул ҡаланың Почет грамотһы һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн көмөш билдә менән бүләкләне.

Олег Закир улына иң изге теләктәрен Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Зиннур улы Уразмәтов һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының “Актер оҫталығы һәм режиссура” кафедраһы мөдире, профессор, Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева еткерҙе.

Юбилярҙы ҡотлауҙар дауам итә, бөгөн, 11 ноябрҙә, Олег Хановтың юбилей кисәһе үтәсәк. Кисәлә театр коллективы, республика һәм Татарстан, Мәскәү, Ырымбур театрҙары артистары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Сығанаҡ: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театр сайты


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb