Олег Ханов Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде

Олег Ханов  Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Олег Ханов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы. Театрҙың художество етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Иршат Фәйзуллин тәғәйенләнде.

Олег Ханов туған театрында актер булып эшләүен дауам итә. Министр Әминә Шафиҡова Олег Хановты күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Олег Ханов — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт премиялары лауреаты. Ул театрға 2012 йылдан алып етәкселек итте. Ул етәкселек иткән осорҙа Рәсәй Федерацияһының театр сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө өсөн театрға Рәсәй Хөкүмәтенең Федор Волков исемендәге премияһы тапшырылды (2018), 2015, 2016, 2018, 2019 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы ҡатнашыусыһы һәм номинанты булды. 2016 йылда театр коллективы «Ҡара йөҙҙәр» спектакленә «Костюмдар буйынса рәссамдың иң яҡшы эше» номинацияһында «Алтын битлек» алды (режиссер Айрат Абушахманов, рәссам Альберт Нестеров).

Үҙенең 100 йыллыҡ юбилейы йылында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры әһәмиәтле саралар уҙғарырға һәм төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашырға йыйына. Быйыл 23-30 майҙа Башҡорт драма театрында төрки телле театрҙарҙың VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале ойошторола, унда Олег Ханов фестивалдең художество етәксеһе булып сығыш яһай. Июнь башында театр Ҡазанда төрки халыҡтарының «Науруз» халыҡ-ара театр фестивалендә, Ырымбурҙа «Ҡунаҡһарай» халыҡ-ара театр фестивалендә, Грозныйҙа милли театрҙарҙың «Федерация» бөтә Рәсәй фестивалендә, Санкт-Петербургта Театр Олимпиадаһында, Ижевскиҙа «Алтын битлек» төбәк фестивалендә ҡатнаша.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb