Онотолмаҫ ғүмер миҙгелдәре…

Онотолмаҫ ғүмер миҙгелдәре…
Онотолмаҫ ғүмерҙең миҙгелдәре…
Нимә булды һиңә бөгөн?
Әллә һинең ауазыңды донъя шауы күмә микән?
Моңдарыңдың яҡтылығын әллә бер кем күрмәй микән?

... Тыуған көн, йола буйынса, туғандар, дуҫтарҙың күмәкләшеп йыйылып ғүмер байрамын бергә уртаҡлашҡан мәле. Ғәҙәттә, был көндө барыһының да кәйефе байрамса күтәренке, күңелле. Шулай ҙа ябай кеше түгел, ә Ижадсының ғүмеренең тағы ла бер битен асҡан миҙгеле әҙерәк моңһоу һәм һағышлы икән.

Театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Хановтың 65 йәшлек юбилей кисәһенә килеүселәр Ижадсының ураулы, ҡатмарлы, шулай ҙа гел генә яҡтылыҡҡа, күңел нурына ынтылған тормош юлына байҡау яһанылар.

 Был кис сәхнәгә Олег Ханов актер булараҡ та, режиссер ҙа, етәксе булараҡ та сыҡманы. Залдан ғына, яҡындары эргәһендә, сәхнәне үҙ яҙмышы итеп алған юлдарға яңынан әйләнеп ҡайтты. Мәктәп йылдары, студент саҡ, Театр эшмәкәрҙәре союзы, Йәштәр театры... Мәскәү, Ырымбур, Салауат, Өфө!.. Олег Хановтың борма-борма юлдар аша йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайтыры сабый баланың маңлайына яҙылғандыр.
Бәләкәй генә малайҙың үҙе кеүек үк бәләкәй генә, нәҙек кенә мәктәп портфеле килә тороп күп юлдарҙы, бихисап ерҙәрҙе, байтаҡ тормош ауырлыҡтарын йырып сыҡҡан, инде таушалып бөткән оло сумаҙанға әүрелә. Ә унда: ғүмерҙең - яҡшымы, яманмы - әммә онотолмаҫ миҙгелдәре.

Сығанаҡ: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb