Онотолоп барған әкиәттәр тергеҙелде

Онотолоп барған әкиәттәр тергеҙелде

Учалыла “Әкиәт иле” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. 2020 йылда Учалы районының Советтар Союзы геройы Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемен йөрөткән Иманғол мәктәбе Башҡортостан Башлығы грантын яулай һәм быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған, юғалыу өҫтөндә булған әкиәттәрҙе эҙләп табыу, халыҡҡа еткереү, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижаын байытыуға йүнәлтелгән “Әкиәт иле” проектын тормошҡа ашыра.

“Беҙҙең рухлы уҡытыусылар һәм уҡыусылар ярҙамында проектыбыҙ тормошҡа ашты. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 55 эш килде. Ошо эштәр "Әкиәт иле" китабына тупланды. Был әкиәттәр йыйынтығы бер ҡасан да ташҡа баҫылмаған, Башҡорт халыҡ ижады томлыҡтарына инмәгән әҫәрҙәрҙән тора. Халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналары улар”, - ти проект авторы, билдәле шағир Фәнил Бүләков.

Икенсе турға 15 әкиәт үтә, финалда иң-иң тип табылған ете халыҡ ижады ынйылары  Бөрйән, Салауат, Белорет, Учалы райондары уҡыусылары тарафынан ҙур  сәхнәлә күрһәтелә.

Абруйлы баһалама комиссияһы Учалы районы Иманғол мәктәбенең Х класс уҡыусыһы Альбина Ғәлиеваны еңеүсе тип таный.

Фото: Ф. Бүләков сәхифәһенән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb