Опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина Ковент-Гарден Король сәхнәһендә сығыш яһаны

Опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина Ковент-Гарден Король сәхнәһендә сығыш яһаны

Айгөл ӘхмәтшинаКовент-Гарден Король театрында Бизеның "Кармен" операһындағы уңышлы сығыш яһаны. Данлыҡлы опера Лондон сәхнәһендә ҡуйылды. 22 йәшлек яҡташыбыҙ унда былтыр Мерседес партияһын башҡарһа, быйыл уға ышанып төп ролде тапшыралар.

Айгөл Ковент-Гарден Король опера һәм балет театрына бынан ике йыл элек саҡырылды. Уны театр тарихындағы иң йәш солист тип атайҙар, сөнки бында 25 йәштән генә эшкә алалар.

"Әлегә был хәл минең менән булдымы - аңлап етә алмайым. Хатта тамашасылар алҡышланымы-юҡмы икәнлеген хәтерләмәйем. Ошо хаҡта әйткәйнем, миңә алҡыштар яҙмаларын ебәрә башланылар", тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша йырсы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb