Опера йырсыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Зәйтүнә Ғәзизова матур юбилейын билдәләй.
1937 йылдың 26 февралендә Хәйбулла районының Айыулы ауылында тыуған.
1950—54 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп интернатын, 1962 йылда Өфө музыка училищеһын, 1969 йылда Урал дәүләт консерваторияһын (Свердловск ҡалаһы) тамамлай. 1962—1963 йылдарҙа Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, 30 йылға яҡын (1968—1996) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының солисткаһы була. 1985 йылдарҙа 2-се музыка-педагогик колледжында балаларға белем бирә.
Зәйтүнә Ғәзизованың ижади арсеналы бик бай. Ул Рәсәй һәм сит ил классиктарының, башҡорт композиторҙарының 50-нән ашыу опера партияларын оҫта башҡарып, тамашасы күңелен яуланы.
Улар араһында: Эболи (Дж. Верди «Дон Карлос»), Ольга (П. И. Чайковский «Евгений Онегин»), Кончаковна (А. П. Бородин «Князь Игорь»), Лаура (П. И. Чайковский, «Йоланта»), Княгиня (А. С. Даргомыжский «Русалка»), Полина (П. И. Чайковский «Пиковая дама»), Көнбикә (З. Исмәғилев «Салауат Юлаев»), Яубикә (З. Исмәғилев «Шәүрә»)
Бөтә илгә танылған опера йырсылары Тамара Милашкина, Борис Штоколов, Булат Минжилкиев, билдәле дирижерҙар Ярослав Вощак, Лев Морозовский, Равиль Мартынов, Илмар Лапиньш менән бергә эшләй.
Зәйтүнә Ғәзизова башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә: йырсының репертуарында тиҫтәләгән башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт композиторҙарының һирәк башҡарылған йырҙары иҫәпләнә. «Мелодия» Бөтә союз грампластинкалар фирмаһы тарафынан сығарылған «Башҡорт йырҙары» дискыһына (1972 й.) уның башҡарыуында бер нисә халыҡ йыры индерелгән. Зәйтүнә Сабир ҡыҙы кеше күңелдәренең ҡылдарын тирбәтерлек матур шиғырҙар ҙа ижад итә.