Ошо көндәрҙә «Тормош & Вирус» исемле күргәҙмә асыла

Ошо көндәрҙә «Тормош & Вирус» исемле күргәҙмә асыла

23 июлдә 19 сәғәттә "Болоттар" (“Облака”) заман сәнғәте үҙәгендә «Тормош & Вирус» исемле күргәҙмә асыла. Сара БР дәүләт ултырышы – Ҡоролтай ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Күргәҙмә экспозицияһында билдәле фотограф һәм рәссамдарҙың короновирус пандемияһы осорондағы һәм унан һуңғы тормошҡа ҡарашын сағылдырған эштәрҙән тора. Мөһим темалар булып вирустың кеше тормошона йоғонтоһо, табиптарҙың эше, кешелектең вирустар менән көрәшеү тарихы.

Унан тыш «Башфармация» ойошмаһы архивынан 1923 йылдан алып фотоһүрәттәре урынлашҡан.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb