“Осҡон” башҡорт халыҡ театр студияһы “Иреңде миңә һат” комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы

“Осҡон” башҡорт халыҡ театр студияһы “Иреңде миңә һат” комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы

“Студент яҙы” фестивале сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында студенттарҙың “Осҡон” башҡорт халыҡ театр студияһы, Наил Ғәйетбаевтың “Иреңде миңә һат” тигән комедияһын сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.

“Осҡон” башҡорт халыҡ театр студияһы 2012 йылдан уңышлы эшләп килә. Республика, Рәсәй кимәлен­дәге төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар ҙа яулай. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған Әлфинә Хәмзинаны театрҙың “әсәһе” тип атаһаҡ, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын: тап ул башҡорт драма түңәрәгенә нигеҙ һала һәм, күп тә үтмәй, түңәрәк “Осҡон”ға әүерелә.
Актерҙар составы күп түгел: Ринат Риз­ванов, Элина Усманова, Алина Ғәлиева, Руслан Ишғәрин, Диана Вәкилева, Раушания Ғиндуллина – һәр береһенең уйыны үҙенсә арбай. Шулай ҙа Диана Вәкилева менән Руслан Ишғәринде билдәләп үтергә кәрәктер, уларҙың уйнауына ҡарап, Станиславский, моғайын да, “ышанам!” тип әйтер ине: Диана сәрелдәгерәк холоҡло, хәләл ефетен игәргә яратҡаныраҡ ҡатын-ҡыҙ төрөн бик яҡшы асып бирһә, Руслан инде Чечня тарафтарында ут-һыу кисеп, бер аҙ ҡыҙыу ҡанлыға әйләнгән, үҙ һүҙен һүҙ итергә ынтылған, әммә самаһын тойоп, урынында яғымлы ла була белгән ир-егет ролен оҫта уйнаны.

Театр репертуарында был комедиянан тыш тағы ла Флорид Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”, Леонардо Герштың “Ах, эти свободные бабочки” һәм башҡа спектаклдәр биҙәй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb