Популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова вафат булған

Популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова вафат булған

Өфөлә үҙенең тыуған көнө алдынан популяр эстрада йырсыһы Бибисара Азаматова арабыҙҙан китеп барҙы.

Бибисара Мостафа ҡыҙы Азаматова 1949 йылдың 21 октябрендә Башҡортостандың Баймаҡ районында тыуған. Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында секретарҙан алып директорға тиклем үрләй, «Нур» рестораны директоры була. Хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре. Бибисара Азаматова шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә яуаплы вазифаларҙа: Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары һәм Башҡорт хореография колледжы китапханаһы мөдире булып эшләй.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы  йырсының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb