Йыш ҡына Сәғиҙулла Байегет Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында һәм ауылдарында тамашасыларын үҙенең концерттары һәм ижади кисәләре менән ҡыуандырып тора. 14 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында популяр йырсы “22 – СЕЗОН” йәки “СӘСКӘЛӘР ДАУАЙ” исемле яңы концерт программаһын тәҡдим итә. Шулай уҡ апрелдең
15 - Иҫке Собханғол,
16 - Темәс,
17 - Аҡъяр,
18 - Сибай,
20 - Баймаҡ
21- Асҡар,
22 - Иҫке Сибай халҡы ошо концертты күрә аласаҡ
Танылған сәхнә йондоҙо Сәғиҙулла Байегет – бөгөнгө башҡорт эстрадаhында үҙенең йөҙөн тапҡан йырсы, ҡурайсы hәм театр актеры булып танылған артист.
Сәғиҙулла Исмәғил улы Байегетов – Баймаҡ егете, ижад юлын Сибай дәүләт филармонияhында башлай. Уның популярлыҡ яулауының башы ла Сибай ҡалаhына бәйле, бында ул «Арҡайым» эстрада төркөмөнә нигеҙ hала, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнай, йырлай hәм йырҙар яҙа. Хатта бейеү сәнғәтендә лә үҙен hынарлыҡ көс таба – «Киске уйын» исемле шаян бейеүҙе тамашасылар Сәғиҙулла башҡарыуында, уның стилендә күңелендә hаҡлай.
Моңло йырсы булараҡ та танылыу таба сәхнә йондоҙо: «Урал моңо – 95», «Ирәндек моңдары – 96», «Актер йыры – 98», «Ысыҡкүл – 2001» кеүек халыҡ-ара hәм республика конкурстары лауреаты була. Сәғиҙулла Байегет ҡала-район hәм республика күләмендә үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, йыл hайын уҙғарылған «Салауат йыйыны»ның даими ҡатнашыусыhы. Йәштәрҙе, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә уның өлөшө баhалап бөткөhөҙ – мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында көтөп алынған ҡунаҡ.
Талантлы Баймаҡ егете әүҙем ижадсы, төрлө проекттар авторы, продюсер булараҡ, йәш таланттарға юл аса, төрлө концерт программаларын режиссер булараҡ та тәҡдим итә, башҡорт йырҙарын таҫмаға яҙҙырыу өсөн дә күп көс hала.
2004 йылда Сәғиҙулла Байегет «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Мәжит Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры булараҡ, театр сәхнәhенә яңынан-яңы ролдәр сығара.