Порталыбыҙҙа «Яңы йыл календары-2023» әҙерләнде

Порталыбыҙҙа «Яңы йыл календары-2023» әҙерләнде

Беҙҙең порталда Яңы йыл календары әҙер. Унда Башҡортостан ҡалалары һәм райондарының административ үҙәктәрендә, шулай уҡ мәҙәниәт, спорт һәм мәғариф учреждениеларындағы байрам сараларын тупланыҡ. 

Байрам алдынан һәм Яңы йыл каникулдарында республикабыҙҙа төрлө спорт һәм мәҙәни саралар ойошторола. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл табып, ғаиләһе һәм яҡындары менән күңелле итеп ял итергә мөмкин.

Яңы йыл календары менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Яңы йыл байрамдарында республиканың мәҙәниәт учреждениеларында 450-нән ашыу яңы йыл программаһы һәм тамашаһы ойошторола, унда бөтәһе 150 меңдән ашыу тамашасы ҡатнаша ала. Муниципаль мәҙәниәт учреждениеларында һәм ҡала, ауылдарҙың урам майҙандарында, 1,1 миллиондан ашыу кешене йәлеп итеп, 27 меңгә яҡын сара үткәреү планлаштырыла.

Республиканың күп кенә муниципалитеттарында офлайн-саралар менән бер рәттән онлайн форматтағы саралар уҙғарыла. Халыҡты хеҙмәтләндереүгә автоклубтар әүҙем йәлеп ителә, улар төпкөл ауылдарға барып, яңы йыл концерт программалары һәм театрлаштырылған тамашалар менән сығыш яһай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb