24-25 майҙа Өфө “Нур” татар дәүләт театрында “Туташ” спектакленең премьераһы уҙа. Айгөл Әхмәтғәлиеваның романы буйынса инсценировканы Гөлнур Усманова яҙған. Режиссеры һәм музыкаль биҙәүсеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.
Режиссер спектаклдең жанрын театраль роман тип билдәләгән. Ул беренсе татар актрисаһы - Сәхипъямал Ғиззәтуллина-Волжская иҫтәлегенә арнала.
“Сәхипъямал - мосолман мәҙәниәте донъяһында революционер. Һоҡланғыс һәм ҡыйыу ҡатын-ҡыҙ образы аша беренсе булып юл ярыусыларға мөнәсәбәтемде белдерергә теләйем, сөнки уларҙың өлөшөнә ҙур һынауҙар төшә. Спектакль көслө рухлы ҡатын тураһында ғына түгел, ул, ғөмүмән, алдан юл ярыусылар, тормош мәғәнәһе, ҡатын-ҡыҙ заты, сәнғәткә һөйөү һәм башҡа ҡиммәттәр тураһында...”- тине режиссер.
Төп ролдә ике актриса ҡатнаша. Сулпан Раянова әле генә оло тормошҡа аяҡ баҫҡан йәш, ғорур һәм ҡыйыу Сәхипъямалды уйнай. Ә күп һынауҙар аша үткән психиатрия дауаханаһы пациенты – оло йәштәге актрисаны Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Финә Вәлиева һынландыра.
Сәхнәне художестволы биҙәү менән Полина Емельянова шөғөлләнә, костюм буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова. Хореография буйынса режиссер - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмизә Мөхәмәтшина.