Бөгөн РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғабдулла Ғиләжевкә 95 йәш тулған булыр ине. Ошо юбилей датаһы алдынан күренекле шәхестең тыуған ерендә – Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында – хәтер кисәһе уҙҙы.
Күренекле актёр, театр режиссёры, профессор Ғабдулла Ғиләжев 1948 йылда Өфөлә Башҡорт театр-художество училищеһын В. Ғ. Ғәлимов, Р. Ш. Фәйзуллин курсы буйынса тамамлай.
1948 йылдан – Йомағужа колхоз-совхоз театрында, 1949 йылдан – Баймаҡ колхоз-совхоз театрынды (хәҙер – Сибай башҡорт драма театры), 1950 йылдан Ауырғазы колхоз-совхоз театрында (хәҙер – Салауат башҡорт дәүләт драма театры) актёры булып эшләй.
1951 – 1954 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
1959 йылда Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын М.О. Кнобель, А. Д. Попов курсы буйынса тамамлай.
1959 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры вазифаһын үтәй. 1958 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә И.Ә. Абдуллин һәм Ш.Ғ. Насиров драмаһы буйынса «Генерал Шайморатов» спектаклен ҡуя, был уның тәүге режиссёрлыҡ эше була.
1964 – 1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
1967 – 1983 йылдарҙа Республика рус драма театрының баш режиссёры, бында 50-нән ашыу спектаклдәр ҡуя. Шул уҡ ваҡытта
1960 – 1963 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968 – 1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы булып эшләй. Уның башланғысы буйынса Йәш тамашасы театры (хәҙерге Милли йәштәр театры) яңынан ойошторола.
Ҡаңны-Төркәй ауылындағы иҫтәлекле сарала Ғабдулла Ғабдрахман улының сығарылыш уҡыусылары – Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлназ Мөхәмәҙиеваҙа, Алһыу Бәхтиева, Рәсимә Ғәйфуллина, Данил Нуриханов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл һәм Ишбулат Иҫәнбаевтар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов, Ғәйнуллин Рафаэль ҡатнашты.
Ғабдулла Ғиләжевте ихлас, саф күңелле, изгелекле, үҙ эшен яратып башҡарған, студенттары һәм коллегалары өсөн атайҙарса хәстәрлек менән янып йәшәгән оло шәхес итеп иҫкә алдылар. Ҡаңны-Төркәй ауылы халҡына бик матур концерт ҡуйҙылар, тамашасылар артистарҙы алҡыштарға күмде.
Кисәнең ойоштороусыһы – Ғабдулла Ғиләжевтең уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Земфира Хөсәйенова. Инде бер нисә йыл рәттән уның тырышлығы менән Ҡаңны ерендә ошондай матур осрашыуҙар үтеп тора.
– Беҙ ҙур ихласлыҡ менән Ғабдулла ағайҙың тыуған ауылына киләбеҙ, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ ебен өҙмәйек, – тине Земфира Хәмзә ҡыҙы.
Фото: Бүздәк районының мәҙәниәт бүлегенән.